Ѓабдулла Туҡай Арба, Сана, Ат
Бер заман бер ергә килгән Ат менән Арба, Сана; Был өсәү һәр береһе үҙ тормошонан зарлана. Арба әйтә: «Йәй көнө мин һис тә рәхәт күрмәйем: Көнө-төнө эштә йөрөйөм, һис бер егелмәй тормайы...
Бер заман бер ергә килгән Ат менән Арба, Сана;
Был өсәү һәр береһе үҙ тормошонан зарлана.
Арба әйтә: «Йәй көнө мин һис тә рәхәт күрмәйем:
Көнө-төнө эштә йөрөйөм, һис бер егелмәй тормайым».
«Әммә һуң был кыш көнө бигерәк уңайһыз!» - ти Сана.
Ат та, һүзгә ҡушылып, үҙ нәүбәтендә зарлана:
«Юҡ та, и Арба, Сана! - ти, - һеҙгә тормош бик ыңѓай,
Эшләһәгеҙ алты ай һеҙ, ял итәһегеҙ алты ай.
Күпме зарланһам урын бар, мин ҡаты мәзлүм бына:
Хәл йыймайым йыл тәүлегендә, исмаһам, бер көн генә!»
1909
Баршкортчага И.Киньябулатов тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Арба, Чана, Ат" шигыре).
(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш,
удмурт, мари телләрендә). - Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).