Ѓабдулла Туҡай Тыуѓан еремә
Айырылып китһәм дә һинән ѓүмеремдең таңында мин, Эй Ҡазан арты! Һиңә ҡайттым һөйөп таѓы ла мин. Ул таныш ҡырҙар, болондар тартты әүәл хисемде; Тарта торѓас, ҡуйманы,...
Айырылып китһәм дә һинән ѓүмеремдең таңында мин,
Эй Ҡазан арты! Һиңә ҡайттым һөйөп таѓы ла мин.
Ул таныш ҡырҙар, болондар тартты әүәл хисемде;
Тарта торѓас, ҡуйманы, ҡайтарҙы ахыр үҙемде.
Ҡыҫһа ла һиндә етемлектәр, фәҡирлектәр мине,
Иҙһә лә үҙ иштәремдән хур вә кәмлектәр мине, -
Үтте инде ул замандар, остолар шул ҡош кеүек;
Уйлаһам шул көндәрем тик кистә күргән төш кеүек.
Бәрһә лә тулҡындарың, һис алманы, батырманы;
Алды дүрт яѓымды ялҡын, ялманы, яндырманы.
Был сәбәптән аңланым мин, эй тыуѓан ерем, һинең
Йәнгә яымлы икәндер ялҡының да тулҡының!
Бөтәһе изге икән дә: инешең, шишмәң, ҡырың,
Юлдарың, ауыл, әүен, кәбәндәрең дә ырҙының;
Һәр ҡайһы ваҡытың: яҙың, көҙөң, йәй, ҡыш көнөң;
Барса, барса аҡ ойоҡ, киндер, сабата, ыштырың!
Һәм көтөүсең, эттәрең, үгез, һыйыр, һарыҡтарың;
Барсаһы яҡшы: бүре, ен, шүрәле, ҡараҡтарың.
1907
Башкортчага М.Сираҗи тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Туган җиремә" шигыре).
(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт,
мари телләрендә). - Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).