(Лермонтовтан)
Һиңә һүҙ шул ки, һин һөймә, яратма;
Күҙеңде тый, матур ҡыҙѓа ҡаратма.
Ҡаса ҡүр, яҡшы һаҡлан, дуҫ, ѓишыҡтан;
Күңелде биклә, юл бирмә ишектән.
Ѓүмерлеккә башың әйләндерер ул;
Ирекһеҙ итер ул, бәйләндерер ул.
Алыр йәнең, һине йәнһеҙ яһар ул;
Ауыр тау төҫлө йәнсер ул, баҫыр ул.
Һаман артыр, сигенән дә ашыр ул;
Киберһең һин, йөрәк бәѓерең ашыр ул.
Матур һиңә бирер, бәлки, ҡулын да;
Бер аҙга гәрсә һин рәхәттә бул да, —
Үтер йылдар, ҡыйын булыр һинең хәл;
Керер сәскә, һаҡалѓа шул уҫал сал.
Ҡушыр ул туҡтамаҫтан ҡайѓырырѓа;
Дәлил булыр ѓүмергә айырылырѓа
Һөйөклөңдән. Бәхетһеҙ һин булырһың,
Күңелһеҙ, ҡыҙѓаныс, меҫкен булырһың.
Бер аҙҙан һин түшәккә лә йыѓылдың;
Йыйырсыҡлы йөҙенә ҡарсыѓыңдың
Ҡарарһың тилмереп, өмөтһөҙ булып һин;
Иларһың мөлдөрәп, бойоҡ булып һин.
Әгәр иҫеңә төшһә ҡайһы саҡта,
Ҡасандыр уйнаѓаны был яңаҡта
Күңелле, яҡты, нурлы йәш ѓүмерҙең,
Нисек ашҡынѓаны ла йәш күңелдең, —
Килер күҙ алдыңа ул йәш ваҡыттар,
Сәѓәҙәттәр, күңеллелек, бәхеттәр;
Томанланыр, ҡараңѓы, йәмһеҙ уйҙар
Һинең күңелеңде тырнар һәм аѓыулар.
Был донъяла тороу, дуҫ! йәнһеҙ артыҡ,
Икәү булѓансы, булмаҡ яңѓыҙ артыҡ.
Күңеллерәк әжәлгә баш эйергә
Һәм Ѓазраилѓа: «Мин яңѓыҙ!» — тиергә.
Күңелдән дә улай уҡ рәнйемәйһең
Дә күрмәйһең ике хәнйәр әсеһен.
Берәү булһаң, ике йән бирмәйһең һин,
Ике рәт йән әсеһен күрмәйһең һин.
1907
Баршкортчага М.Сираҗи тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Вәгазь" шигыре).
(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт, мари телләрендә). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).