И туѓан тел, и матур тел, атам-әсәмдең теле!
Донъяла күп нәмә белдем һин туѓан тел арҡылы.
Иң элек был тел менән әсәм бишектә көйләгән,
Унан һуң төндәр буйы әбейем хикәйәт һөйләгән.
И туѓан тел! Һәр ваҡытта ярҙамың менән һинең,
Кескенәнән аңлашылѓан шатлыѓым, ҡайгым минең.
И туган тел! Һиндә булѓан иң элек ҡылѓан доѓам:
Ярлыҡасы, тип, үҙем һәм атам-әсәмде, Хоҙам!
1909
Башкортчага И.Киньябулатов тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Туган тел" шигыре).
(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт,
мари телләрендә). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).