ТАТ РУС ENG

Ѓабдулла Туҡай Буран

Тик кенә торѓанда ҡапланды томанга бар һауа;
Ҡар оса, ҡар һеперелә, ҡар ҡоторона һәм ҡар яуа.

Ҡар бәрә йөҙгә рәхимһеҙ, күҙ асып булмай ҡарап;
Һәр ҡара нәмә — бүре һәм һәр маяҡ булды ҡараҡ.

Ҡарҙы еңгәндәй, төшә ергә тоноҡ ай яҡтыһы;
Ай ҙа ҡурҡынѓан шикелле: бер һары, бер аҡ төҫе.

Көн буйы ятҡан ине, үлгән йыландай, юл тыныс;
Сыҡты һуң ҡайҙан аҙаштыргыс буран — был ҡурҡыныс?

Әллә ысҡынѓанмы бауҙан Ҡафтау арты ендәре?
Йә тишелгәнме Хоҙайҙың бихисап ҙур мендәре?

Ҡар булып ерҙә осамы ошо мендәр йөндәре?
Иүгерешеп йөн аулаймы әллә Ҡафтау арты ендәре?

Һуҡранам мин, ҡар араһынан ҡарай ҙа ай көлә.
Мин фәҡир михнәттә — гүйә сарҙаѓынан бай көлә!

1912

Башкортчага М.Сираҗи тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Буран" шигыре).

(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт, мари телләрендә). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б). 


Комментарий язарга


*