ТАТ РУС ENG

Ѓабдулла Туҡай Китмәйбеҙ!


Ҡара йөҙҙәр беҙҙе булмаҫ эшкә тәҡлиф иттеләр:
— Һезгә бында юҡ ирек, солтан еренә кит! — тиҙәр.

Китмәйбеҙ беҙ, беҙгә унда бындаѓынан эш ҡыйын:
Бындаѓы ун урынына ул ерҙә ун биш шпион.

Бындаѓы төҫлә үктер унда һәм казактар ѓәскәре;
Ҡамсылар — шул иҫке ҡамсы, башҡалыҡ — тик фәстәре!

Унда бит барҙыр хазинаны талаусылар, шөкөр;
Ас мужиктан һуң киҫәкте тартҡылаусы бар, шөкөр!

Беҙ йүләрме, үҙебеҙҙе утҡа илтеп ник терәйек?
Был ҡыҙыу ерҙән сыѓып, ниңә тамуҡҡа инәйек?

Беҙ күсербеҙ, иң элек күсһен беҙҙең бар ҡалалар,
Һәм дә ҡайтһын бында үткәргән беҙҙең бар заманалар.

Бында тыуҙыҡ, бында үҫтек, бындалыр беҙҙең әжәл;
Тәңребеҙ был ергә беҙҙе мәңгелеккә бәйләгән.

Иң бөйөк маҡсат беҙҙең: хөр мәмләкәт, — хөр Русия!
Тиҙ генә ҡуҙгалмайбыҙ беҙ, и горуһе ру сияһ*!

Ап-асыҡ был бер яуаптыр, һүҙҙә түгел, баҫмала:
— Если лучше вам,
Туда сами пожалте, господа!

 

*Ру сияһ (фарс.) — ҡара йөҙ.

1907

Башкортчага М.Сираҗи тәрҗемәсе 
(Г.Тукайның "Китмибез!" шигыре).

(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт, мари телләрендә). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).


 

Комментарий язарга


*