ТАТ РУС ENG

Ѓабдулла Туҡай Шаѓир

Йылдар үтеп, бара торѓас ҡартайһам да,
Бөкрем сыѓып бөтһә лә, хәлдән тайһам да, —
Күңелем минең йәп-йәш ҡалыр, һис ҡартаймаҫ;
Йәнем көслө булып ҡалыр, хәлдән таймаҫ.

Күкрәгемдә минең шиѓыр утым һаумы?!
Күтәрәм мин, ҡарт булһам да, ауыр тауҙы;
Күңелемдә көн һаман аяҙ — һаман да яҙ,
Шаѓир күңелендә ҡыш булмай ҙа ҡар яумай.

Булмамын, юҡ, ҡартайһам да, ысын ҡарттай,
Ултырмам тик, юҡ-бар теләк теләй-теләй;
Менмәмен мин, Хоҙай ҡушһа, мейес башына,
Шиѓырҙарҙан килер миңә кәрәк йылы.

Йырлай-йырлай үлермен мин үлгәндә лә,
Һүҙһеҙ ҡалмам Ѓазраилды күргәндә лә;
«Беҙ китәбеҙ, һеҙ ҡалаһыѓыҙ!» — тип йырлармын,
Тән-кәүҙәмде тупраҡ менән күмгәндә лә.

1908

Башкортчага М.Сираҗи тәрҗемәсе (Г.Тукайның "Шагыйрь" шигыре).

(Чыганак/Источник: Тукай Г.М. Шигырьләр (татар, рус, башкорт, чуваш, удмурт,
мари телләрендә). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2011. – 135 б).


 

Комментарий язарга


*