ТАТ РУС ENG

Тукай БАШКОРТча

Ѓабдулла Туҡай Туѓан тел

И туѓан тел, и матур тел, атам-әсәмдең теле! Донъяла күп нәмә белдем һин туѓан тел арҡылы. Иң элек был тел менән әсәм бишектә көйләгән, Унан һуң төндәр буйы әбейем хикәйәт һөйләгән. И туѓан тел! Һәр...

Ѓабдулла Туҡай Байрам бөгөн

Бар күңеллелек бөтә донъяла, бар бер йәм бөгөн, Нәмәнән был? — Мин беләм: байрам бөгөн, байрам бөгөн! Бер мөҡәддәс хис менән һәр бер кеше хайран бөгөн; Уйнай сазым да минең байрам көйөн: байрам бөгөн! Арттыра,...

Ѓабдулла Туҡай Мөхәббәт

Ер йәшәрмәҫ, гөл асылмаҫ — төшмәй ямѓыр тамсыһы; Ҡайҙан алһын йырын шаѓир, булмаһа илһамсыһы. Бер гүзәлдән ҡайһы шаѓир, әйтегеҙ, рухланмаѓан? Байроның, Лермонтовыңмы, Пушкиныңмы — ҡайһыһы? Файҙаһыҙ бер ит киҫәгенән ѓибарәттер йөрәк, — Парә-парә телмәһә ѓишыҡ,...

Ѓабдулла Туҡай Шаѓир

Йылдар үтеп, бара торѓас ҡартайһам да, Бөкрем сыѓып бөтһә лә, хәлдән тайһам да, — Күңелем минең йәп-йәш ҡалыр, һис ҡартаймаҫ; Йәнем көслө булып ҡалыр, хәлдән таймаҫ. Күкрәгемдә минең шиѓыр утым һаумы?! Күтәрәм мин, ҡарт булһам...

Ѓабдулла Туҡай Шиллерҙан

Һин бүлеш, һөйһәң мине, ѓилмең үе ѓирфаның менән; Нәмә белһәң дә, икәү уртаҡлашайыҡ уның менән. Һин иһә: «Эстәр эйһәң, йәнемде бирермен», — тиһең, Нәмәгә йәнең миңә, нишләйем һинең йәнең менән? 1907 Башкортчага И.Киньябулатов тәрҗемәсе (Г.Тукайның...

Ѓабдулла Туҡай Вәѓәз

(Лермонтовтан) Һиңә һүҙ шул ки, һин һөймә, яратма; Күҙеңде тый, матур ҡыҙѓа ҡаратма. Ҡаса ҡүр, яҡшы һаҡлан, дуҫ, ѓишыҡтан; Күңелде биклә, юл бирмә ишектән. Ѓүмерлеккә башың әйләндерер ул; Ирекһеҙ итер ул, бәйләндерер ул. Алыр йәнең,...

Ѓабдулла Туҡай Китмәйбеҙ!

Ҡара йөҙҙәр беҙҙе булмаҫ эшкә тәҡлиф иттеләр: — Һезгә бында юҡ ирек, солтан еренә кит! — тиҙәр. Китмәйбеҙ беҙ, беҙгә унда бындаѓынан эш ҡыйын: Бындаѓы ун урынына ул ерҙә ун биш шпион. Бындаѓы төҫлә үктер...

Ѓабдулла Туҡай Тыуѓан еремә

Айырылып китһәм дә һинән ѓүмеремдең таңында мин, Эй Ҡазан арты! Һиңә ҡайттым һөйөп таѓы ла мин. Ул таныш ҡырҙар, болондар тартты әүәл хисемде; Тарта торѓас, ҡуйманы, ҡайтарҙы ахыр үҙемде. Ҡыҫһа ла һиндә етемлектәр, фәҡирлектәр мине,...

Ѓабдулла Туҡай Үҙ-үҙемә

Теләйем булырѓа мин инсане ѓәли, Теләй күңелем тәѓәли биттәвәли. Күңел менән һөйәм бәхетен татарҙың, Күрергә йәнлелек ваҡытын татарҙың. Татар бәхете өсөн мин йән атырмын: Татар бит мин, үҙем дә ысын татармын. Хисапһыҙ күп минең милләткә...

Ѓабдулла Туҡай Хөрриәт хаҡында

Ҡайҙа китте цензурлыҡ Ҡоллоҡ, тарлыҡ, кәм-хурлыҡ? Артҡа ҡараһаҡ боролоп. Алыҫ улар ҡалдыя. Тигеҙ булды законда Татар, урыҫ, япон да; Аҡ алъякыс, зипун да Бар азатлыҡ алдыя. Барса цензур ябылѓас, Дәртҡә дарман табылѓас. Ҡыҙыл ҡара яһаѓан...